Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда йәнә ике кешелә сусҡа киҙеүе табылған


Өфөнән ике ханым сит илдә ялда булып ҡайтҡан. Уларҙың береһе сирҙе Америкала, икенсеһе Мысырҙа йоҡторған. Башҡортостан ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәте ошо турала белдерә.

Өфө аэропортында ситтән ҡайтҡан йәки ҡунаҡҡа килгәндәрҙе A/H1N1 киҙеүе осрағына тикшереү тәүлек әйләнәһенә ҡуйылған. Был ҡатындарҙың да сир алып ҡайтыуы аэропортта уҡ билдәле була, уларҙы осҡостан тура йоғошло сирҙәр дауаханаһында алып киткәндәр.

Республикала сусҡа киҙеүе хәҙер 4 кешелә раҫланды. Йәй аҙаҡтарында Төркиәлә ялда булып ҡайтҡан 16 йәшлек үҫмерҙә һәм Мальтала ҡыҙынған 17 йәшлек Өфө ҡыҙында ошо сир асыҡланып улар дауа үткәйне.

XS
SM
MD
LG