Accessibility links

Янғындан тикшереүҙе төнгө клубтар хужалары баҫым тип баһалай


Күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы һәр ял итеү учреждениеһының хужаһы бар. Шуға ла уларҙағы янғын хәүефһеҙлегенә тәү сиратта ошо эшҡыуарҙар яуаплы.

Мәғлүм булыуынса, Пермдәге фажиғәгә бәйле Башҡортостанда ла прокуратура, янғын хәүефһеҙлеге өсөн яуаплы дәүләт органдары хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында клубтар, мәҙәниәт учреждениелары тикшерелде. Улар барышында бик күп етешһеҙлектәр асыҡлана.

Эшҡыуарҙар иһә быны үҙҙәренә ҡарата ҡаршылыҡ сараһы тип ҡабул итте, ошо сәбәпле улар һәм дәүләт органдары араһында аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуҙы, ти «Рәсәй терәге» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы бүлексәһе етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Рәмзил Ишһарин.

Рәсәй терәге ойошмаһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ошо ҡытыршылыҡлы мәсьәләлрҙе хәл итеү буйынса махсус комиссия ойоштороу тураһында килешкән.
XS
SM
MD
LG