Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башкортостанда кеше сәләмәтлеге өсөн хәүеф осраҡтары йышая


Өфөлә ҙур кибеттәрҙең береһендә кеше сәләмәтлеге өсөн хәүефле ризыҡ һатҡандар. “Окей” гипермаркетынан аҙыҡ алып 16 кеше табиптарға мөрәжәғәт итән, уларҙың барыһында ла эсәк йоғошло сире тапҡандар.

Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, уларҙың барыһы ла тиерлек дауаханала. Сир йоҡторғандар бәлеш, йәшелсә салаты һәм ҡыҙҙырылған тауыҡ ашаған булған. “Окей” маркетын тикшергәндә ризыҡ әҙерләүҙә гигиена талаптарын тупаҫ боҙоу осраҡтары асыҡланған. Әлегә был эште тикшереү дауам итә.

Күгәрсен районында себер язваһы, йәғни түләмә осрағы асыҡланған. Ун көн самаһы элек ат һуйып ашайҙар. Бер аҙналай ваҡыт үткәс хужабикәнең хәле насарая башлай, уның тән ҡыҙыулығы күтәрелә, тәненә ҡыҙыл таптар сыға. Табиптар сирлене Мораҡ район дауаханаһына оҙата. Эпидемиологтар йылҡы итен йыйып алған, хәҙер лаборатор тикшереүҙәр үтә.

Республика биләмәләрендә һыуҙа батыусылар һаны арта. Нагаево ҡасабаһы эргәһендә Ағиҙелдә 24 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Иглин районында 43 йәшлек кеше Ләмәҙ йылғаһына батҡан. Ул иҫерек булған. Йыл башынан Башҡортостанда 97 кешенең ғүмере һыуҙа өҙөлгән, уларҙың 30-ы июлдә батҡан.
XS
SM
MD
LG