Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы үтте


Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ултырышы ла үтте. Унда ҡоролтайҙың артабаны эшмәкәрлеге ҡаралды. III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтеүгә 4 ай ваҡыт уҙыуға ҡарамаҫтан, йыйында күтәрелгән мәсьәләләр хәл ителмәй. Башҡарма комитет үҙ етәкселәре Азамат Ғәлинды етерлек эшләмәй тип иҫәпләне һәм уны вазифаһынан алды. Рәйес итеп Илгиз Солтанморатов тәғәйенләнде. Уға 28 йәш, ул -- Башҡортостан фәндәр академияһының гуманитар фәндәр институты директоры.
XS
SM
MD
LG