Ул сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитетына, Монополияға ҡаршы көрәш идаралығына социаль әһәмиәтле тауарҙар һәм хеҙмәттәр өлкәһендә хаҡтар сәйәсәтен тикшерергә ҡушты. Был ике ведомство белгестәре әле үк республиканың аҙыҡ-түлек һәм сәнәғәт баҙарҙарын тикшерә башланы. Тәү сиратта ризыҡ, яғыулыҡ хаҡтары өйрәнелә. Ҡанун боҙоусылар язаға тарттырыласаҡ тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов.