Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостан парламентында балалар хоҡуҡтары ҡаралды


Республика парламентының сираттағы ултырышы үтте. Депутаттар ҡарамағына 40-тан ашыу норма-хоҡуҡ акты сығарылды. Уларҙың 10-һы теге йәки был районға мирауай судья тәғәйенләүгә фатиха биреүгә ҡайтып ҡалды.

Ултырыштағы төп тема Башҡортостандың балалар хоҡуҡтары буйынса вәкиле Лилиә Ғүмәрованың доклады булды. Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил докладын тыңлауға район-ҡалалар хакимиәттәренең социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары ла саҡырылды.

Мәҫәлән, Белорет районында республикалағы иң ҙур – Сермән һәм Үҙән балалар йорттары бар. Был турала "Азатлыҡ" радиоһы хәбәрсеһенә Белорет районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Илгиз Теләүбаев һөйләйне. Илгиз Теләүбаев әйтеүенсә, төп сетерекле мәсьәлә – етемдәрҙе фатир менән тәьмин итеү.
XS
SM
MD
LG