Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡорт телен уҡымау – ҡанунды боҙоумы?


Өфөләге 61-се мәктәп етәкселеге башҡорт теленән аттестация үтмәгән уҡыусыны 7-се синыфҡа күсермәү тураһында ҡарар иткән. Мәғариф министрлығы мәктәп ҡарары менән тулыһынса риза.


Өфөлә башҡорт телен уҡытыуға бәйле ғауға сығарҙылар. 61 мәктәптә 6 класс уҡыусыһы Владислав Мартинс уны өйрәнеүҙән баш тартҡан. Ул үҙе түгел, атаһы менән әсәһе Башҡортостанда конституция буйынса билдәләнгән дәүләт теле булған башҡорт теленә ҡаршылар, малайҙарын да дәрескә йөрөтмәгәндәр.

Мәктәп етәкселеге башҡорт теленән аттестация үтмәгән уҡыусыны күсермәү тураһында ҡарар иткән. 7-сегә күсеү өсөн Владислав Мартинсҡа альтернатив тәртиптә башҡорт теленән аттестация үтергә кәрәк, әммә малайҙың ата-әсәһе төп халыҡ теленә өҫтән ҡарай.

Икенсенән улар ҡанунды боҙа. Федераль ҡануниәт буйынса төбәк властәре мәктәптәрҙә Милли телде уҡытыу-уҡытмауҙы үҙҙәре хәл итергә тейеш. Башҡортостанда башҡорт теле рус теле менән бер ҡатарҙан дәүләт теле булараҡ аҙнаһына ике дәрес өйрәнелә.

Владислав Мартинстың атаһы Вадим Дмитриевич тамырҙары менән немец, әсәһе Зоя Фәһим ҡыҙы үҙен урыҫ тип атай. “Беҙҙе башҡорт телен көсләп уҡыталар. Мин дә, минең ата-әсәйем дә уны уҡымаған булһаҡ та Өфөлә бына тигән йәшәйбеҙ. ЕГЭ-ны беҙгә башҡорт теленән түгел, урыҫ теленән бирергә”- ти малайҙың атаһы. Владислав үҙе “миңә урыҫ теле һәм инглиз теле кәрәгерәк”, - тип әйтә. Шуныһын да әйтеп үтергә кәрәк - ныҡ кәрәкле тип иҫәпләгән урыҫ теленән дә малайҙың белеме өслө билдәһенән артмай.

Мәктәп директоры ла ҡайһыбер ваҡытта үҙ вәкәләтен ҡулланып, бөтөн синыф менән башҡорт телен уҡымау теләген белдерткәндәргә рөхсәт биргән хәлдәр ҙә теркәлгән. Мәҫәлән Бәләбәйҙә татар гимназияһында балалар синыфтары менән дәүләт телен уҡымаған. Уҡытыу программаһын боҙоуҙа ғәйепләнгәс, киләһе йылда беренсе сентябрҙан башлап уҡытасаҡбыҙ, тип вәғәҙә биргәндәр.

Мәғарифте күҙәтеү идаралығы мәктәп ҡарары менән тулыһынса риза. Мәғариф министрлығында ла был мәсьәләгә ҡарата фекер ошондай уҡ - Дәүләт телен барыһы ла өйрәнергә тейеш. Сөнки ул уҡытыу программаһына индерелгән. Башта башҡорт теленән баш тарт, һуңынан физика, химия, башҡа фәндәр оҡшамай башлар. Уларын да уҡымаҫҡамы ни тигән һорау ҡуя министрлыҡ түрәләре.
XS
SM
MD
LG