Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфө-Берлин юлдарында автосәйәхәт уҙасаҡ


Быйыл йәй Өфө-Берлин тип аталған халыҡ-ара автосәйәхәт уҙғарыла. Сара 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға 70 йыл тулыу уңайынан үткәрелә.

Алдан күҙаллауҙар буйынса уҙыш август айына тәғәйенләнә. Сәйәхәт Өфөнөң Дим биҫтәһенән башланып Берлинда тамамланырға тейеш. Ҡатнашыусылар данлыҡлы атлыларҙың яу юлын үтеп, туғандар ҡәберлеге, кавалерия исеме менән бәйле сквер, музейҙар менән танышасаҡ.
XS
SM
MD
LG