Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда Хизбут-Тахрир ойошмаһының бернисә ағзаһы тотолған


Федераль именлек хеҙмәте ошо турала хәбәр итә. Исламды ҡотҡарыу фирҡәһе эшмәкәрлеге илдә 2003 йылдан тыйылды, ул экстремистик ойошма иҫәпләнә.

Был юлы уның ағзалары Өфө һәм Дүртөйлө ҡалаларында ҡулға алынған. Уларҙан журналдар, өгөт ҡағыҙҙары, видеотаҫмалар тартып алынған.

Башҡортостан биләмәләрендә Хизут-Тахрир кешеләре, 12 ағзаһы былтыр декабрҙә төрлө йылдарға хөкөм ителгәйне.
XS
SM
MD
LG