Өфөнән Кувейтҡа сираттағы йөк оҙатылды. Унда татлы ризыҡтан тыш, бал һәм прополистан яһалған кремдар ҙа бар. Умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми-тикшеренеү институты етәксеһе Әмир Ишемғолов әйтеүенсә, сит илдәрҙә Башҡорт балы һәр саҡ ихтыяж менән файҙалана.