Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан профсоюздар активы менән осрашты


Унда мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, төҙөлөш, башҡа тармаҡ профсоюздары, ширҡәт-ойошмаларҙағы профсоюздар вәкилдәре ҡатнашты.

Эшселәр мәнфәғәттәрен күҙәтеүселәр президентты үҙ тармаҡтарывндағы хәлдәр торошо менән яҡындан таныштырҙы. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, профсоюздар, хөкүмәт һәм президентты уртаҡ бер бурыс берләштерә-хеҙмәткәрҙәр мәнфәғәттәрен хәстәрләү, халыҡтың йәшәү торошон яҡшыртыу.

Тағы бер мөһим тема - милли мәсьәлә. Президент күп милләтле Башҡортостанда был сетерекле мәсьәләне даими контролдә тотасағын белдерә.

Рөстәм Хәмитовтың профсоюз активсылары менән осрашыуы тураһында уҙған йома килешелгәйне. Ул саҡта президент Республика йортонда Башҡортостан профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмерхан Сәмерханов менән осрашты. Унда хеҙмәт хаҡы, юғары уҡыу йорттарын матмамлағандарҙы эшкә урынлаштырыу мәсьәләләре ҡаралды.

Республика етәксеһе менән профсоюздар лидеры Хеҙмәт ветерандарына өҫтәлмә компенсация булдырыу мөмкинлектәрен дә ҡараны.

XS
SM
MD
LG