Accessibility links

Кайнар хәбәр

Стәрлебаш үҙәгендә боронғо фонтандар табылған


Башҡортостан борон-борондан цивилизация үҙәге булыуын тағы ла раҫланы. Стәрлебаш районы үҙәгендә боронғо фонтан ҡалдыҡтарын тапҡандар.

Ғалимдар әйтеүенсә, 3 фонтанды ҡасандыр Бохаранан алып ҡайтып урынлаштырғандар. Уларҙың торбалары ҡаты ағастан яһалған, торба һуҙғанда шул ағас ҡалдыҡтарына юлыҡҡандар.

Хәҙер Стәрлебаш ауылында фонтандар табылған урында яңы мәсеткә нигеҙ һалынды. Әйткәндәй, элек тап ошо урында мәҙрәсә торған.
XS
SM
MD
LG