«Селена» компанияһы «Полиэф» йәмғиәтенең үҙ ҡарамағында булған ҡиммәтле ҡағыҙҙар пакетын Внешторгбанка һатҡан. Тышҡы сауҙа банкы Благовешен заводының төп кредиторы иҫәпләнә. 2006 йылда ул «Полиэф»ҡа 5 йыл ваҡытҡа 200 миллион доллар кредит биргән.
«Полиэф» Рәсәйҙә терефталь кислотаһы етештереүсе берҙән-бер предприятие. Ул йылына 230 мең тонна терефталь кислотаһы һәм 120 мең тонна полиэтилентерефталат әҙерләй.
«Полиэф» Рәсәйҙә терефталь кислотаһы етештереүсе берҙән-бер предприятие. Ул йылына 230 мең тонна терефталь кислотаһы һәм 120 мең тонна полиэтилентерефталат әҙерләй.