Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостаннан гастарбайтерҙар ҡыуыла


Республиканан 75-ләп гастарбайтер ҡыуыла. Улар Легаль булмаған мигрант операцияһы барышында тотолған һәм ошо арала Рәсәйҙән сығарыла. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, паспорт режимын боҙған гастарбайтерҙарҙың барыһы ла Азия республикалары вәкилдәре.

Башҡортостанда ҡайһы берҙәренең ҡанунһыҙ йәшәүҙән тыш байтаҡ енәйәт ҡылыуҙа ла ҡатнашлығы бар. Мәҫәлән, Салауат ҡалаһында кеше талаған 20 йәшлек үзбәк ҡулға алынған, Өфөлә уның 4 милләттәше көсләүҙә ғәйепләнеп яуапҡа тарттырылған.
XS
SM
MD
LG