Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда Виктор Христенко булып китте


Башҡортостанда эш сәфәре менән Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Виктор Христенко булып китте. Ул Өфө моторҙар эшләү берекмәһе менән танышты, ширҡәттә вертолеттар өсөн двигателдәр йыйыу эшен ҡараны. Виктор Христенко был йәһәттән Башҡортостан берекмәһенең мөмкинлектәре бик яҡшы тине.

Сәнәғәт һәм сауҙа министры президент Рөстәм Хәмитов ҡатнашлығында кәңәшмә уҙғарҙы. Башҡортостан президенты Республика социаль өлкәлә берекмәгә һәр төрлө ярҙам күрһәтәсәк тине. Өфөлә паролимпия өсөн спортсыларҙы әҙерләү, уларға күнекмәләр майҙаны әҙерләргә ҡарар ителгәйне. Рөстәм Хәмитов ул моторҙар йәмғиәте ҡарамағында булған стадионда урынлашыуы ихтимал тине. Бынан тыш ул Өфөгә Рәсәй чемпионатының беренсе дивизионында сығыш яһаясаҡ футбол командаһы вәғәҙәләне.
XS
SM
MD
LG