Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рөстәм Хәмитов министрҙар кабинетын яңырта


Вазифаларҙы Өфө хакимиәтенән чиновниктар ала. Президент фарманы менән Өфө мэры урынбаҫары Ирек Ялалов Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры итеп тәғәйенләнде.

Республика Президентының тағы бер фарманы менән Азат Ҡотлахмәтов тәбиғәт менән файҙаланыу һәм экология министры итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул да Өфө ҡалаһы хакимиәтендә эшләне, экология һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бүлеге етәксеһе булып эшләне.

Мэрияның мәғлүмәт үҙәге етәксеһе Марат Ғәзизов Элемтә һәм киң коммуникациялар министры урынбаҫары итеп үрләтелде.

Быға тиклем профсоюздар федерацияһы башлығы урынбаҫары булып эшләгән Ленара Иванова Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры итеп ҡуйылды.
XS
SM
MD
LG