Accessibility links

Кайнар хәбәр

Республикала ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙемтәле булды


Иглин һәм Благовещен райондарындағы ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һуң, Рөстәм Хәмитов бөгөн әһәмиәтле объекттарҙы һаҡлау һәм өҙөклөкһөҙ эшләүен тәьмин итергә ҡушты.

Хәтерегеҙгә төшөрәбәеҙ, 16-сы ғинуар төнөн Иглин ҡасабаһы эргәһендәге газ бүлеү станцияһын ватып инеү осрағы теркәлә. Һөҙөмтәлә ҡасабаның үҙәк ҡаҙанлығына газ ҡыуыу туҡтала һәм 2 меңдән ашыу объект зәңгәр яғыулыҡһыҙ ҡала. Махсус бригада килеп газ бүлеү ҡоролмаһын ремонтлай, ә был эште ҡылыусы тотола һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына тапшырыла.

Республика президенты ошондай объекттарҙы тәүлек әйләнәһенә һаҡлауҙы ойошторорға ҡушты. Сөнки тап ошондай объекттарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәр ҡот осҡос эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.

Тағы бер ғәҙәттән тыш хәл 16-сы ғинуарҙа Благовещенда теркәлде. Бында Өфө эргәһе торба үткәргесенән ҡалаға йылы ҡыуыу сикләнә. Ремонт бригадаһы йылы сыҡҡан урынды 9 сәғәт дауамында эҙләгәндән һуң ғына таба.

Авария һөҙөмтәһендә 34 мең кеше йәшәгән ҡаланың күп өлөшөндәге йорттарҙа һауа температураһы 15 градусҡа тиклем төшә. Рөстәм Хәмитов был хәлде күҙ уңында тотоп, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәрен йылы сығыу урынын тиҙ асыҡлау өсөн махсус ҡорамалдар менән тәъмин итергә ҡушты.
XS
SM
MD
LG