Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфө баҙарында тажик һәм чечендар арасында янъял ҡупҡан


Өфөнөң Затон биҫтәһендәге баҙарҙа тажик һәм чечен милләттәре вәкилдәренең күпләп ҡатнашлығында янъял булған. Ике яҡтан 30 кеше стенаға стена һуғышҡан. 3 кеше яраланған. Уларың береһенең аяғына травматик пистолеттан атҡандар.

Конфликт ерле юҡтан башлана. Чечендарҙың береһе тажик ватандашын машинаһының ковригын йыуырға мәжбүр итергә теләй. Уныһы баш тарта.

Янъялсыларҙы милиция айыра, 10лабын милицияға алып китәләр, хулиганлыҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Затон биҫтәһендәге баҙарҙа йәшелсә-емеш менән сауҙа итәләр. Йәғни тажик һәм чечендарҙың яратҡан эш урыны. Был ыҙғыштан һуң баҙар эшмәкәрлеген ныҡлап тикшерергә йыйыналар.
XS
SM
MD
LG