Accessibility links

Кайнар хәбәр

Урман ауылына ярҙам күрһәтелә


Иглин районы Урман ауылында полиция участкаһы эшләй башланы. 60 хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре тәртип урынлаштырыуға йәлеп ителгән, уларға ярҙамға махсус техника ла бүленгән. Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, участка ваҡытлыса, урындағы шартлау эҙемтәләрен бөтөргәнсе эшләйәсәк.

Президент Рөстәм Хәмитов Урман ауылында эш урындары булдырыласағын да белдерә. Унда яңы сәнәғәт ширҡәттәрен асыу мәсьәләһе тикшерелә. Араларында фанера цехы, керамзит заводы һәм техника төҙөкләндереү үҙәктәре буласаҡ.

Үҙ эшен башларға теләгәндәргә лә финанс ярҙам күрһәтеләсәк. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, инфраструктура төҙөү һәм кредит бүлеү буйынса программалар әҙерләнә.

Урман ауылында шартлау һәм янғындан предприятиелар зыян күрҙе һәм 400-ҙән ашыу кеше эшһеҙ ҡалды.
XS
SM
MD
LG