Accessibility links

Кайнар хәбәр

Кәкүк атайҙар төрмәгә ябылған


Ярты йылда республикала үҙ балаларына алимент түләмәгән алты йөҙ илле кешегә ҡарата енәйәт эше асылған. Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостандағы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, өс йөҙ гражданға хөкөм ҡарары ла сығарылған.

Улар тейешле бурыстарын ваҡытында ҡапламаған өсөн йәмәғәт эштәренә йәлеп ителергә тейеш. Ошондай юл менән түләнгән хеҙмәт хаҡының бер өлөшө уларҙың балалары иҫәбенә күсерелеп бара.

Алиментсыларҙы өс айға холоҡ төҙәтеү колонияһына ебәреү осраҡтары йышая. Быйыл етмешкә яҡын “кәкүк атай” айырым статья буйынса төрмәгә ябылған.
XS
SM
MD
LG