Accessibility links

Кайнар хәбәр

Өфө эргәһендә тағы ла бер биҫтә барлыҡҡа киләсәк


Дим районындағы Кустарев күле буйынса 320 гектар ер бүленгән. Биҫтә лә күл атамаһы менән Кустарево тип йөрөтөләсәк. Төҙөүселәр эштәрҙе киләһе йыл башларға йыйына. Биҫтәнең үҙәгендә күп ҡатлы, ситкә табан бер ҡатлы йорттар һалынасаҡ.

Проект хаҡын белгестәр 28 миллиард һумға баһалай. Унда 20 мең кеше торлаҡлы булырға тейеш. Йорттарҙан тыш 7 балалр баҡсаһы, 4 мәктәп, ике урында спорт ҡоролмалары төҙөү ҡаралған.
XS
SM
MD
LG