Accessibility links

Кайнар хәбәр

Депутаттар төндәрен тауышланыуҙы тыйасаҡ


Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары парламенттың сираттағы ултырышына сығарыласаҡ ҡанун проекттары өҫтөндә эш башланы. Улар араһында төндәрен тауышланыуҙы тыйыу тураһындағы документ та бар.

Өфөлә урамға яҡын йорттарҙа йәйгелеген ял итеү мөмкин түгел. Төнө буйына йәштәр йырлап, машиналар геүләп сыға. Йәйгелеген мотоциклдарҙа ла йөрөүселәр арта. Хәҙер депуттар ошоларҙы тыйыу буйынса баш вата.

Мотоцикл тигәндәй, унан тапалыусылар ҙа осрап тора. Өфөнөң Рәсәй урамында 23 йәшлек байкер бер ҡатынды тапатҡан. Ҡатын шунда уҡ йән биргән. Мотоцикл хужаһы үҙе бәрелеүҙән мейеһе һелкенеп дауағханаға эләккән.
XS
SM
MD
LG