Accessibility links

Кайнар хәбәр

Рифҡәт Исрафиловҡa – 70 йәш


Билдәле режиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, Оҙаҡ йылдар ижади ғүмерен Башҡорт дәүләт академия драма театрына биргән Рифҡәт Исрафилов оло юбилейын ҡаршылай. Уға – 70 йәш.

Шәмбе көн режиссерҙың тыуған яғы Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылында ҙур сара үтәсәк. Юбиляр яҡташтары янына буш ҡул менән ҡайтмай. Ул художество етәксеһе булып эшләгән Ырымбур өлкә драма театры район мәҙәниәт һарайында спектакль күрһәтәсәк.
XS
SM
MD
LG