Accessibility links

Кайнар хәбәр

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына 70 йыл тула


II Бөтә донья һуғышы йылдарындағы данлыҡты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ойошторолоуға киләһе йылда 70 йыл туласаҡ. Генерал Миңлеғәле Шайморатовтың атлы ғәскәре Башҡорт автономиялы республикаһы Юғары советы башланғысы менән 1941 йылдың ноябрендә төҙөлә, 1942 йылдың мартында Дим станцияһынан фронтҡа юллана.

Әле Дим ҡасабаһында дивизияның музейы эшләй. Уның етәксеһе Илүзә Ғәйнуллина әйтеүенсә, 70 йыллыҡ юбилейға әҙерлек әленән башланған. Был эштә уларға Башҡортостандағы милли-мәҙәни үҙәктәр ҙә ярҙам итә. Сөнки 112-се атлылар дивизияһында башҡорттарҙан тыш башҡа милләт вәкилдәре лә була.
XS
SM
MD
LG