Республикалағы тау саңғыһы комплекстарында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн спорт мәктәптәре булырға тейеш. Президент Рөстәм Хәмитов ошондай тәҡдим менән сыҡты. Абҙаҡ, Яҡты-Күл, Ҡандра-күл һәм Өйәҙе-Тау базаларында балалар үҙәктәре асыу күҙаллана. Район хакимиәттәре бина бүлеү мәсьәләһен үҙ ҡарамағына ала. Йыһазландырыу республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыла.