Өфөлә бер тәүлектән ашыу 4 йәшлек ҡыҙ баланы эҙләнеләр. Сабый юғалыуы тураһында полицияға уның ата-әсәһе хәбәр итә. Ваҡ-ваҡ 3 балалары булған ир менән ҡатын полиция өсөн ят түгел: эскән, тәртип боҙған өсөн улар күптән иҫәптә торған.
Баланы эҙләүгә бер йөҙҙән ашыу полицейский сыға. Һуңынан асыҡланыуынса, атай кеше бер таныш ҡатынын ҡунаҡҡа алып ҡайта, эсәләр. Иртәнсәк таныш ҡатын да, бала ла өйҙә булмай сыға.
Полиция баланы тап ошо ҡатын менән бергә таба. Психик сирле ҡатын сабыйҙы йәлләп өйҙән алып киткән була. Ҡатынды яуаплылыҡҡа тарттырмайҙар, сабыйҙы ата менән әсә кешенән алырға йыйыналар.