Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда ат ҡараҡтары тотолған


Әлшәй районында ат ҡараҡтары тотолған. Август айында билдәһеҙҙәр өйөрҙән ике йылҡы малын урлай, һуңынан ферманан тағы 3 ат юғала. 3-сө тапҡыр кәсепкә сыҡҡанда уларҙы фермала эшләүселәр күреп милицияға хәбәр итә.

Район эске эштәр бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре халыҡты ярҙамға саҡырып урмандарҙы тикшереп сыға. Енәйәтселәр ҡулға алына. Улар Стәрлетамаҡ ҡалаһынан йәш егеттәр булып сыға. Тәфтиш барышында асыҡланыуынса, төркөм былтырҙан бирле йылҡы-һыйырҙар урлау менән шөғөлләнгән. Урланған малды ит комбинатына тапшырғандар.

башка яңалыклар

XS
SM
MD
LG