Accessibility links

Чечняла Башҡортостан йегеттәре яраланған


Чечняның Урус-Мартан районында махсус операциялар барышында Эске эштәр министрлығының Өфөләге "Булат" махсус тәғәйенләнешле отряды хеҙмәткәрҙәре йәрәхәтләнгән. Был турала Эске Эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралағының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр.

Межгорьенан 25 йәшлек снайпер, Ауырғазы һәм Бишбүләк райондарынан саперҙар төрлө йәрәхәттәр ала. Улар госпиталдә, ғүмерҙәренә ҡурҡыныс янамай.

Сибайҙан өлкән сапер Филүс Ҡансурин ауыр яралана. Ул дауаханаға оҙатылған. Башҡортостан президенты уларҙың барыһына ла матди ярҙам күрһәтергә ҡушты. Әле Чечняла 200-ҙән ашыу Башҡортостандың Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәре бар.
XS
SM
MD
LG