Accessibility links

Кайнар хәбәр

Ауыл шураһы депутаты мутлашыуҙа шикләнә


Башҡортостан буйынса тәфтиш комитеты Бүздәк ауыл шураһы депутаты Фәнүр Фәйзуллинға ҡарата эш асҡан. 57 йәшлек депутат мутлашыуҙа шикләнә. Ул Комхоз йәмғиәте ойошторған, үҙе үк уның етәксеһе була.

Тәфтиш барышында асыҡланыуса ул ширҡәттең 5 хеҙмәткәре менән фиктив килешеү төҙөй. Һәм хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү программаһы иҫәбенә 150 мең һум аҡса ала. Был турала тәфтиш комитетынан хәбәр итәләр.
XS
SM
MD
LG