Accessibility links

Кайнар хәбәр

"Салауат Юлаев"ты финанслау ваҡытлыса туҡтатылған


Башҡортостанда "Салауат Юлаев" хоккей клубын финанслау темаһы һаман да ҡуйыртыла. Башта экс-президент Мортаза Рәхимовтың "Урал" фонды уға аҡса биреүҙе туҡтата тигән мәғлүмәттәр булғайны. Әммә фонд быны кире ҡаға. Финанслау бөтөрөлмәй, фәҡәт клубтағы хәлдәр асыҡланғанға тиклем бер аҙнаға ваҡытлыса туҡтатылған.

"Урал" фонды етәкселеген бүленгән аҡсаның ни маҡсатлы ҡулланылыуын асыҡларға кәрәк булған. Башҡортостандың бренды, милли ғорурлығы булған хоккейҙы аҡсаһыҙ ҡалдырмаҫҡа вәғәҙәләй фонд етәкселеге.

Быға тиклем президент Рөстәм Хәмитов "Урал" фонды аҡса бирмәгән осраҡта ла "Салауат Юлаев" финанс ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ тип вәғәҙәләгәйне. Әммә көйәрмәндәр һаман да тынысланмай. 3 июндә Совет майҙанындла ҙур митинг үтәсәк. Уны хоккейға әллә ни ҡыҫылышы булмаған ЛДПР фирҡәһенең төбәк бүлексәһе ойоштора.
XS
SM
MD
LG