Accessibility links

Кайнар хәбәр

Башҡортостанда һыу ҡорбандары арта


Башҡортостанда оҙайлы ямғырҙарҙан һуң ике көн дә үтмәне, халыҡ эҫегә сыҙамай һыу буйҙарына тартылды. Тик барыһы ла пляждарға йөрөмәй. Өфөнөң Черниковка биҫтәһендәге Йылы тип аталған күлде урындағы халыҡ кешегә үлеү өсөн иң ҡулай урын тип йөрөтә. Унда йыл һайын кешеләр күпләп батып үлә.

Ошо көндәрҙә унда 10 йәшлек малай менән уның үгәй атаһы ла бата. Кәүҙәләрен авария-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре һөйрәп сығара. Былар билдәләнмәгән урында һыу ингәндәр.

Йыл башынан Башҡортостанда 30-лап кеше һыу ҡорбаны булған.
XS
SM
MD
LG